Hауа торошо
30.08.2016
2
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы-бер райондарҙа ҡырау төшөүө ихтимал. Бөгөн үҙгәреүсән һауа торошо, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Төньяҡ һәм тау райондарында ҡырау төшөп, төнөн + 3, + 8 градусҡа тиклем төшәсәк. Сентябрҙең тәүге көндәрендә урыны менән йәшенле ямғыр яуып үтәсәк.
